Һаумы, ҡәҙерле Ильназ улым! Ҡыш бабай хатты тап һиңә яҙғанына аптырағанһың курәһең. Һин был уйын тип уйланыңмы? Хис улай түгел! Тиҙҙән бит Яңы йыл, мөғжизә килә. Был мөғжизәнең береһе һәм иң бәләкәйе - минең һине шәхси ҡотлауым! Хәҙер мин ҡулымды төшөрмәйенсә эшләем, сөнки бөтә донъя балалары өсөн бүләктәр әҙерләргә кәрәклеге тураһында ла онотмаҫҡа кәрәк. Мин үҙем генә был эште эшләй алмаҫ инем, ләкин минең менән йәнәш минең тоғро ярҙамсыларым бар: төньяҡ боланы һәм әлбиттә минең ейәнсәрем – Ҡарһылыу. Тиҙҙән бүләктәрҙе ҙур тоҡҡа тултырып, санаға һалабыҙҙа һәм юлға сығабыҙ кешеләргә бәхет һәм шатлыҡ килтерергә. Миңә һөйләнеләр индэ һин нисек үҙеңде үткән йылда тотҡаныңды. Һин уҙеңде тик яҡшы яҡтан ғына күрһәттең. Мин һинең менән ғорурланам! Мин һинең үткән йылда 4 класҡа уҡырға барғаныңды, төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашҡаныңды, уҙеңә яңы дуҫтар тапҡаныңды, атай- әсәйеңде тыңлап ҡына йөрөгәнеңде беләм. Шулай ҡыуанып күҙәттем. Яңы йыл бөтөнләй яҡынлашты инде. Онотоп ҡуйма үҙеңдең иң изге теләктәреңде теләргә һәм мин уларҙы хис сикһеҙ тормошҡа ашырырмын. Һине күркәм байрамың менән, Ильназ улым! Иң изге теләктәр менән Ҡыш бабай!
Создать такое письмо от Деда Мороза